Замана технологиялары медицинала хеҙмәттә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында фәнни-техник үҫеш ҡаҙаныштары үҙләштерелә. Бөгөн дауаханала робот ярҙамында ашҡаҙан яман шешенә һәм аҙ уйымлы технология ҡулланып йөрәккә операция яһалды. Хирургтарҙың эшен БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.

Робот-ассистент пульты артында Мәскәү хирургы Игорь Андрейцев. Операция өҫтәлендә ашҡаҙан яман шеше диагностикаланған пациент. Робот менән табиптың нескә ҡулдары ҡушылғанда ҡатмарлы операцияларҙа ла һөҙөмтә яҡшыраҡ.

Башҡортостанда робот ассистент яңы күренеш түгел. Уның ярҙамында әлегә тиклем 800 операция яһалған. Әммә сирҙәр күбәйгән һайын, уларҙы дауалау алымдары ла төрлөсә. Игорь Андрейцев Башҡортостан табиптарына робот ярҙамында ашҡаҙан яман шешенә операция яһау ысулдарын өйрәтергә килгән.

Игорь Андрейцев, медицина фәндәре докторы, профессор

Робот ассистент ярҙамындағы операциялар мециналағы иң юғары ҡаҙаныштарҙың береһе иҫәпләнә. Ҡоролма тулыһынса пульт артындағы хирургтың хәрәкәттәрен ҡабатлауға ҡарамаҫтан, уйымдар теүәлерәк яһала. Һөҙөмтәлә пациенттар тиҙерәк һауыға.

Операция өҫтәлендәге пациент йөрәк аритмияһынан яфалана.Был сир төрлө ауырыуҙарҙың эҙемтәһе. Киҫкенләшкән осраҡта инсультҡа  юл асыуы менән хәүефле.

Юрий Вирстюк йөрәк ҡан тамырҙары хирургы. Ул да Мәскәү ҡалаһынан килгән. Башҡортостан табиптарына хирург заман технологиялары ярҙамында  йөрәк тибешен көйләү операцияһын өйрәтә. Бының өсөн яңы ҡоролма ҡулланыла.

Йөрәк тибешен көйләү өсөн табиптарға бәләкәй уйымдар аша үтеп үпкәнән килгән тамырҙарҙы өтөргә кәрәк. Тап улар аритмияның төп сәбәбе булып тора. 

Медицинала заманса технологиялар, дауалау ысулдарын камиллаштырырға мөмкинлек бирҙе. Улар ярҙамында бер нисә йыл элек бөтөнләй өмөтһөҙ тип иҫәпләнгән ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу форсаты барлыҡҡа килде. Башҡортостан был йәһәттән илебеҙҙең алдынғы медицина үҙәктәренән һис кенә лә ҡалышмай.

Рафиҡ Әхмәтшин.