Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы республикала һәр предприятиела, уҡыу йорттарында ковид инспекторҙары эшләй башланы. Яуаплы бурыс йөкмәтелгән ковид инспекторҙары эшмәкәрлеге менән БСт каналының ижади төркөмө лә танышты. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
«Эш кейемдәре» комбинатында һәр эшсенең ишектән үк сәләмәтлек торошо хаҡында һорала. Тән температураһын үлсәгәндән һуң мәғлүмәттәр махсус журналға теркәлә. Теген цехтарында эштәр ике сменала ойошторолған. Тегенселәр ике көн эшләп, ике көн ял итә. Төшкө ашҡа ла төркөмдәргә бүленеп йөрөйҙәр. Елләтеү ҡорамалы булмаған цехтарҙа эш башлар алдынан тәҙрәләр асылып һауа алмаштырыла.
Ковид инспекторы санитар -эпимедиологик талаптарҙы үтәүҙе контролдә тота. Инспекция барышында тән температураһы 37 градустан артыусыларҙы асыҡлай һәм тейешле саралар күрә. Тегеү комбинатында ковидҡа ҡаршы инспектор эшләгәс, тегенселәр ҙә үҙҙәрен яҡлаулы тоя.
Ковидҡа ҡаршы инспектор Башҡортостан Хөкүмәте ҡушыуы буйынса теген комбинатында термометрия, битлек режимы,бирсәткәләр кейеү, даими дезинфекция үткәреү, социаль дистанция һаҡлауҙы конролдә тота, һәм талаптар үтәлмәгәндә комбинат етәкселегенә был хаҡта хәбәр итә. Ковид-19 инфекцияһы таралмаһын өсөн тейешле саралар күрә.
Ябыҡ рециркулятор ярҙамында цехтар зарарлы бактерияларҙан таҙартыла. Улар бында көнөн ике тапҡыр иртәле-кисле 2 cәғәт ярымға тоҡандырыла. Кеше һаулығына зыян итмәй һәм уларҙы күсереп йөрөтөргә лә мөмкин.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында көндөҙгө бүлектә 300 яҡын студент белем ала. Пандемия башланғандан алып, көн һайын уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙы күптән түгел тәғәйенләнгән ковид инспекторы ҡаршылай. Ул үҙ эшен яуаплы башҡара.
Үҙҙәрен насар тойған, вирус билдәләре булған студенттарҙы фельдшер ҡабул итә. Үҙ ваҡытында белгескә күренеп дауаланыу бөгөнгө йәшәйештең төп талабы. Мәкерле сирҙең таралыуына юл ҡуймау һәм уны йоҡтормау һәр кемдең үҙ яуаплылығында. Үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың сәләмәтлеге ябай ғына һаҡланыу сараларына ҡайтып ҡалаыуын хәтерҙә тотайыҡ.
Гүзәл Борханова.