Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала ҡышҡы теплицала 47 мең тонна йәшелсә йыйылған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә алдынғы 10 төбәк исемлегендә. Рәсәйҙә быйыл йылы япмала 5 миллион 300 мең тонна йәшелсә үҫтерелгән. Был күрһәткес былтырғыға ҡарағанда 6 процентҡа күберәк.