Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлгән яңы инфекция дауаханаһы стеналары күтәрелә башланы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Төҙөлөш ойомаһы вәкилдәре әйтеүенсә, әле эш планға ярашлы бара. Медицина учреждениеһын сафҡа индереүгә 70 берәмек техника, 200-гә яҡын кеше йәлеп ителгән. Төҙөлөш материалдары менән проблема юҡ, шуға ла эш тотҡарлыҡһыҙ ғына бара. Әле объекттың нигеҙен эшләү тамамланған, корпустарҙың, хеҙмәткәрҙәр өсөн ятаҡтың стеналары ҡорола.

Әлеге ваҡытҡа беҙ бетон ҡойоу эшен тамамлап стеналарҙы күтәрә башланыҡ. Улар металл конструкцияларҙан ҡорола. Бер үк ваҡытта коммуникациялар һуҙыла, һыу, электр селтәрҙәре үткәрелә. Биләмәне төҙөкләндереү мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә, инфекция дауаханаһына тиклем юл һалыуҙы, майҙанға ағас ултыртыуҙы ла оҙаҡламай башларға ниәтләйбеҙ.

Руслан Латипов, төҙөлөш участкаһы етәксеһе

Рәмзиә Кәримова.