Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республикала милли проектарҙы ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәләре буйынса киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе.
22 октябргә алынған мәғлүмәт буйынса, план 65 процентҡа үтәлгән, был 22 миллиард һум самаһы. Йыл аҙағына тиклем ике айҙан күберәк ваҡыт ҡалып килә. Шуға ла Хөкүмәт рәйесе милли проекттарҙың үтәлешенә баһа биреп, проблемалы участкаларҙы билдәләне. Шулай уҡ бюджет сығымдарын үҙләштереүҙе тәьмин итеү өсөн тейешле саралар күреү бурысы ҡуйҙы.
Илдар Байбулатов.