Был турала Максим Забелин Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары менән эшлекле осрашыуҙа белдерҙе. Илдең финанс министрлығы менән республика араһындағы килешеүҙән һуң, граждандарҙың киткән сығымы федераль бюджеттан ҡапланыр тип көтөлә. Һуңғы тәүлектә сирләүселәрҙең артыуына бәйле, Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм колледж студенттары, ординаторҙар ярҙамға сыҡты. Бер үк ваҡытта ашығыс медицина бригадалары ла арттырыла. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы. Был үҙәккә шылтыратыуҙар тәүлек әйләнәһенә тынмай. Бигерәк тә, һуңғы ваҡытта йышайҙы. Асия Минһажеваның хеҙмәт стажы 25 йылдан ашыу. Ошо ваҡыт эсендә шәфҡәт туташы, психолог булараҡ та тәжрибә туплай. Сөнки, бәйләнештә төрлө хәлдәр була. Кемделер тынысландырыр, кемгәлер кәңәштәр биреү кәрәк.
Үҙәк хеҙмәткәрҙәре бер бәйләнеште лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырыша. Әлеге пандемиянан тыш, миҙгел сире менән ауырыусылар ҙа, юл-транспорт ваҡиғаһына тарыусыларҙың ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙәре лә йышайҙы.
Артабан ҡабул ителгән мөрәжәғәт нигеҙендә пациентҡа кисектергеһеҙ, йә ашығыс ярҙам күрһәтелә. Фельдшер Данил Исламов сираттағы саҡырыуға әҙерләнә. Шылтыратыусы тән температураһының күтәрелеүенә, хәлһеҙлеккә зарлана. Шуға ла, махсус шәхси һаҡланыу сараһында билдәләнгән адресатҡа юлланды. Бер бригада сығыуға, икенсеһе әйләнеп ҡайта.
Өфө һәм Өфө районы ашығыс ярҙам подстанцияларында барлығы һигеҙ тиҫтәнән ашыу бригадаһы эшләй. Шылтыратыуҙар күплегенә бәйле хеҙмәткәр һаны ла арттырыла.
Ашығыс ярҙам хеҙмәте подстанцияларында бригадалар һаны бер кимәлдә түгел, тип әйтергә кәрәк. Мөрәжәғәт итеүселәргә ҡарап хеҙмәткәрҙәр ҙә өҫтәлә. Әйткәндәй, ковидтан тыш, миҙгел сире менән ауырыусылар һанының артыуына бәйле, Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм колледж студенттары, ординаторҙар ярҙамға сыҡты. Шуға ла, халыҡҡа үҙ-үҙеңде дауалау менән булышмай, өйгә табип саҡыртыу кәрәклеген билдәләй белгестәр.
Азат Ғәлиуллин.