220 урынлыҡ ойошма “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Бөгөн балалар баҡсаһы биләмәһендә асфальт түшәлгән, бинаның беренсе ҡатында эске эштәр дауам итә. Музыка, спорт залдары, логопед, психолог һәм һүрәт төшөрөү бүлмәләре була.