Бындай офиста эшҡыуарҙар айырым урынды ҡуртымға алып бизнес менән шөғөлләнә ала. Бөгөн Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе ҡаралды. Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Рима Бойцова әйтеүенсә, быйыл бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам өсөн 3 миллиард ярым һум бүленгән. Былтыр республикала эшҡыуарҙар өсөн коворкинг үҙәктәр асыла башланы. Әле 12 ошондай офис эшләй. Быйыл 16 район һәм ҡалала коворкинг булдырыу өсөн 44 миллион һум бүленгән. Өфөлә быйыл “Киләсәк фабрикаһы” тигән инновацион эшҡыуарлыҡ йорто ла асылды. Яҡын арала бизнес үҙәктәр Сибай, Салауат һәм Октябрьский ҡалаларында барлыҡҡа киләсәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты эшмәкәрлеген юғары баһаланы һәм бизнесҡа ярҙам күрһәтеүҙе дауам итергә ҡушты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт