Ултырышты Премьер-министр Андрей Назаров үткәрҙе. Унда “ТКО-Башҡортостан” автоматлаштырылған системаһы эшмәкәрлеге баһаланды. Уға ярашлы, сүп-сарҙы сығарыу фотоға төшөрөлә һәм берҙәм базаға индерелә. Әле был эш 98 процентҡа үтәлеп килә. Икенсе мәсьәлә – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн аҡса йыйыу булды. Республика буйынса был күрһәткес 84 процентҡа еткән. Бынан тыш, район һәм ҡалаларҙа евроконтейнерҙар урынлаштырыу мәсьәләһе ҡаралды. Әле 5 район һәм ике ҡалала заманса сүп һауыттары тулыһынса ҡуйылып бөткән.