Коронавирусҡа тест үткәреү өсөн Башҡортостанға 16 миллион һум аҡса бүленә

Рәсәй Хөкүмәте төбәктәргә резерв фондтан аҡса йүнәлтә. Премьер-министр Михаил Мишустин бойороҡҡа ҡул ҡуйған. Өҫтәмә финанслау медицина лабораторияларына юғары технологиялы һәм сифатлы ҡорамалдар һатып алыу өсөн тәғәйенләнә.