Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Бушлай дарыуҙар республика ҡаҙнаһы иҫәбенә инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, концлагерь тотҡондары, Ленинград блокадаһында ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, шулай уҡ Чернобыль һәләкәтен тутҡтатыуҙа ҡатнашыусыларға бирелә. Был маҡсатта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Федераль бюджеттан аҡса килеүе көтөлә.