Баш ҡала хужалыҡтарында 158 берәмек ҡар көрәү техникаһы бар, уларҙың бөтәһе лә миҙгел эштәренә әҙер. Ҡала райондарын төҙөкләндереү хеҙмәте, “Горзеленхоз” һәм “Сурсис” ойошмаларында 400-ҙән ашыу техника иҫәпләнә, ремонт эштәренән һуң улар ҙа әҙерлек һыҙығына ҡуйылған.