Уҙған тәүлектә сирлеләр тағы ла 95-кә артып, 11 051 кеше тәшкил итә. Стационарҙарҙа дауаланыусы 248 пациенттың 17-һе ауыр хәлдә. Уларҙың өсәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 654 кеше амбулатор шарттарҙа дауаланыу курсы үтә.
Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 208 кеше һауығып сыҡҡан, барлығы 10 094 кеше йүнәлгән. Үлем статистикаһы үҙгәрешһеҙ ҡала.
Гөлдәриә Йосопова.