Балалар каникулда саҡта

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфө мәктәптәре һәм балалар ойошмаларында коронавирус таралыуын иҫкәртеү маҡсатында саралар күрелә. Мәғариф усаҡтары инфекцияға ҡаршы махсус шыйыҡса менән эшкәртелә. Дезинфекция барышын БСТ каналының хәбәрселәре лә күҙәтте.

Көҙгө каникулда мәктәптәге тынлыҡты дезинфекторҙар ғына боҙа. Махсус шыйыҡса һалынған 12 литрлыҡ һауытты күтәреп улар бүлмәләр буйлап үтә.

Маҡсат яңы сирек башланғанға тиклем мәктәптәрҙе инфекциянан таҙартыу. Хлорлы шыйыҡса барлыҡ бактерияларҙы, шул иҫәптән коронавирусты ла юҡ итә.

Мәктәптәрҙән тыш, хәүефһеҙлек саралары балалар күпләп йыйылған барлыҡ учрежденимеларҙа ла үткәрелә. Өфөлә генә 79 үҫмерҙәр клубында дезинфекциялау саралары күрелә.

Баш ҡаланың «Әфлисун» үҫмерҙәр клубында 600 бала шөғөлләнә. Әлбиттә, әле барлыҡ дәрес һәм күнекмәләр пандемия шарттарын иҫәпкә алып ойошторолған. Шуға ҡарамаҫтан, ауырыуҙың икенсе тулҡыны яҡынлашҡанда өҫтәлмә һаҡланыу саралары күреү һис кенә лә артыҡ булмаҫ тигән фекерҙә үҫмерҙәр клубы вәкилдәре.

Рафиҡ Әхмәтшин.