Теория ла, практика ла кәрәкмәй, аҡса ғына

Your browser doesn't support HTML5 video.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында имтиханһыҙ водитель таныҡлығы таратыусы элекке дәүләт автоинспекторы енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Осраҡ буйынса тәфтиш эштәре 2017 йылдан алып ойошторолған. Әле суд процестары бара.

Шаһиттарҙан һорау алына. Ғәйепләнеүсегә ҡарата «вазифа вәкәләттәрен арттырыу» һәм «ялған хеҙмәт» статьялары буйынса  эш ҡуҙғатылған. Шулай уҡ  Тәфтиш комитеты тарафынан енәйәттә ҡатнашҡан 52 йәшлек ир ҙә асыҡланған, уға ҡарата ла  яза билдәләнәсәк. Бөгөнгә планлаштырылған суд ултырышы йәнә кисектерелде, ғәйепләнеүселәрҙең береһе адвокатын алмаштыра.

Гөлназ Хәйбуллина.