Бөрө ҡалаһында йәшәүселәр «Башҡортостан ихаталары» проекты буйынса төҙөкләндерелгән эштәр менән ҡәнәғәт түгел

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бер ихатала футбол һәм баскетбол майҙансығы йәшәргә ҡамасаулаһа, икенсе ихатала дөрөҫ йәйелмәгән асфальтта күләүектәр йыйыла һәм ямғыр һыуҙары  йорт подвалына ағып төшә.

Бөрө ҡалаһының Интернациональ урамындағы 118 йорт алдындағы ихата көндөҙ балалар тауышынан шаулап тора. Тик бында төндә лә тауыш тынмай. Эргәләге күп ҡатлы йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, бигерәк тә футбол һәм баскетбол майҙансығы магнит кеүек тирә-яҡтан йәштәрҙе йыйған. Спорт майҙансығында барған ҡыҙыу уйындарҙан йорттағы тәҙрәләр селпәрәмә килгән, машиналарҙың көҙгөләре ҡалмаған. 

Аптырағандан майҙансыҡтың кәртәләрен бейегерәк итеп эшләп ҡарағандар, әммә ярҙам итмәгән. Һөҙөмтәлә улар ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп , спорт майҙанындағы футбол ҡапҡалары һүтелгән. Ике йыл эсендә ихатаны төҙөкләндереүгә проект буйынса 3 миллион 700 мең һум аҡса тотонолған.

Тәнзилә Мамлеева, Интернациональ урамы, 118-се йортта йәшәүсе

Ике йыл эсендә ихатаны төҙөкләндереүгә проект буйынса 3 миллион 700 мең һум аҡса тотонолдо. Балалар майҙансығындағы йомшаҡ япма сифатһыҙ эшләнгәйне, уны подрядсы төҙәтте. Спорт майҙансығындағы хәлдәргә күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең дәғүәһе урынлы. Ҡапҡаларҙы алдыҡ.

Олег Осинцев, Бөрө ҡала хакимиәте башлығы

Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр уның урынына тренажерҙар һәм балаларға бәүелсәктәр ҡуйҙырыу теләген белдерегән.

Бөрө ҡалаһының Тыныслыҡ урамындағы 148 йортта йәшәүселәр ҙә тыныслығын юғалтҡан. «Башҡортостан ихаталары» проекты буйынса еренә еткерелмәгән эш менән улар ҡәнәғәт түгел.

Ямғырлы көндәрҙә подъезд ишегенән урамға сығыу ауырлаша, ти өлкәндәр. Сөнки проектта ливневка юҡ, ә асфальт йорт яғына ауыш яһалған.

Хатаһыҙ эш булмай инде. Уны төҙәтеп була бит. Беҙ асфальтты яңынан түшәйәсәкбеҙ. Ошо аҙна аҙағына тамамларбыҙ.

Александр Петросян, подрядсы ойошма директоры

Быйыл «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса 380 ихата төҙөкләндерелә. Ошо  маҡсатта бер миллиард ярымдан ашыу  аҡса бүленгән.

Рәмилә Исмәғилева.