Балалар баҡсаһына сират кәмей

Your browser doesn't support HTML5 video.

Йыл аҙағында Стәрлетамаҡтың Көнбайыш микрорайонында өс мәктәпкәсә учреждение сафҡа индереләсәк. Төҙөлөш объекттарындағы эштәр тамамланыу алдында. Подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәре менән БСТ каналының ижади төркөмө лә осрашты.

Ҡыҙыу төҙөлөш барышын ҡуйы томан да ҡаплай алмай. Стәрлетамаҡтың Октябрь проспектында күтәрелгән яңы балалар баҡсаһы майҙанында эш тынмай тиерлек. Бина йылы буласаҡ, әле тышҡы яҡтан биҙәкләү эштәре башҡарыла.

Мәктәпкәсә учреждениеға былтыр декабрҙә нигеҙ һалынған. Коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡарамаҫтан, төҙөлөш туҡтатылмай. Әле биләмәлә асфальт һалынған, балалар майҙансығына уйын ҡорамалдары ҡуйылған. Участканы кәртәләү, йәшелләндереү күҙаллана.

Иркен бүлмәләр, тамаша һәм спорт залдары – мәктәпкәсә учреждение заман талаптарына яуап бирәсәк. Объект төҙөлөшөнә федераль һәм республика ҡаҙнаһынан яҡынса ике йөҙ миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Ҡала хакимиәте биләмәләге эш барышын көн дә тикшерә. Етешһеҙлектәр ваҡытында бөтөрөлә.

«Демография» милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Көнбайыш микрорайонда тағы ла ике балалар баҡсаһы төҙөлә. Һәр береһе туҡһан урынға иҫәпләнгән. Биләмәлә яңы объекттарға ихтыяж юғары, сөнки дүрт меңгә яҡын бала сиратта тора

Психолог, логопед, тәрбиәселәр – яңы балалар баҡсаларында йөҙгә яҡын яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн айырым төркөмдәр ойошторола. Мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, киләһе йылдарҙа сират мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү буйынса комплекслы программа төҙөлгән.

Коммунистик урамда ҡалҡҡан мөһабәт объектҡа килгәндә, эске яҡтан биҙәкләү эштәре тамамланған, бинаны мебель менән йыһазландырыу мәсьәләһе хәл ителә. Объект файҙаланыуға тапшырылғандан һуң, белем биреүгә лицензия алынасаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина.