Ул 40 тонналыҡ самолетты 44 секунд эсендә 25 метрлыҡ арауыҡҡа тартты. “Был рекордты мин Өфө мэры Өлфәт Мостафин хәтеренә бағышлайым. Дөрөҫөн әйткәндә, тренировка ваҡытында самолетты ҡуҙғата алмай инем. Бөгөн уянғас, был эште атҡара алырымды аңланым”, ти Эльбрус Ниғмәтуллин.