Стәрлетамаҡта төҙөлгән йоғошло ауырыуҙар үҙәге йыһазландырылыуы һәм дауалау технологиялары буйынса илдә иң яҡшыһы буласаҡ

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров төҙөлөш менән танышыу барышында белдерҙе. Әле эштәр планға ярашлы бара. Корпус каркастары ҡорола, коммуникациялар һалына, юлдар төҙөкләндерелеп ағастар ҙа ултырта башлағандар. Бер үк ваҡытта медицина персоналы ла туплана башлаған. Ноябрҙә ҡорамалдар килтерелә. Өфөлә төҙөлгән госпиталдән айырмалы табиптар һәм пациенттарға  уңайлы булһын өсөн ятаҡтарҙа коридорҙар киңәйтелә, ял, санитар бүләмәләр һаны арттырыла.

Рәсәйҙең ете төбәгендә тап беҙҙең проект буйынса йоғошло ауырыуҙар дауаханалары төҙөлә. Ҡайһы бер субъекттарҙа, мәҫәлән, Силәбелә беҙҙең төҙөүселәр ҙә ҡатнаша. Стәрлетамаҡтағы йоғошло ауырыуҙар үҙәге тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ. Ул сағында беҙ тәжрибәне сит илдәр менән дә уртаҡлаша алабыҙ.

Андрей Назаров, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры