«Башҡортостан ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыу менән Благовещендың «Проспект» предприятиеһы шөғөлләнәсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Йылдам үҫеш биләмәһе резиденты быйыл июндә генә эш башлауына ҡарамаҫтан, 52 миллион һумлыҡ биш мең әҙер изделие сығарған.

2020 йылды Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан итеү менән эскәмйә, яҡтыртыу ҡорамалдары , балалар уйыны майҙансыҡтары һәм воркаут-тренажерҙарға ихтыяж тағы ла артҡан. Элекке келәттәрҙә урынлашҡан ойошмала 187 хеҙмәткәр эшләй. Уртаса эш хаҡы 35 мең һум тирәһе.

Йылдам үҫеш биләмәһе резиденты булараҡ предприятие һалым ташламалары менән файҙалана. Был иһә сығарылған әйберҙәргә лә  хаҡтарҙы түбән  тотоу мөмкинлеге бирә. Ҡорамалдарҙы башлыса райондар һәм идарасы компаниялар һатып ала.

Производствоны яйға һалыу бик үк ауыр булманы. Властарҙың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Ни бары ике ай эсендә генә эште башланыҡ. Пандемия шарттарында был маҡсат буй етмәҫлек тойола ине. Йылдам үҫеш биләмәһе резиденты булыу үҫеш өсөн ҙур этәргес бирҙе.

Мария Новосёлова, «Проспект» йәмғиәте генераль директоры

Йәмғиәт етәкселеге артабан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн евроконтейнерҙар ҡойоу эшен яйға һаласаҡ.Бының өсөн 6 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы бина ремонтлана. Инвесторҙар 3 йөҙ миллион һум аҡса һалып өҫтәмә илле эш урыны булдырырға иҫәп тота.

Айнур Кәбиров.