Өлөшсөләр һүҙҙәренсә, канализация системаһының етешһеҙлектәре арҡаһында күрше йортта йәшәүселәрҙең ҡалдыҡтары йыйыла. Торлаҡтың ҡасан төҙөлөп бөтөрө һәм файҙаланыуға тапшырылыуы билдәһеҙ. Урындағы халыҡ бинаның нигеҙе емерелеп төшөр тип хафалана. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Йорт эсендә фонтан – дизайнер ҡарары түгел, ә ысын экологик афәт. 5 йыл дауамында күп ҡатлы йорттоң подвалы ысын һаҙлыҡҡа әйләнә. Мәсьәләләр әленән үк етерлек – файҙаланыуға ла тапшырылмаған йортта насар еҫ һәм еүешлек хөкөм һөрә.
Октябрь революцияһы урамындағы күп ҡатлы йорт 2015 йылда сафҡа инергә тейеш була. Әммә былтыр «Квартал» төҙөлөш компанияһы етәксеһе вафат була, ә эштәрҙе тамамлау өсөн конкурс иғлан ителә. Йорт 90 процентҡа әҙер, ләкин төҙөлөштө тамамлауға аҡса юҡ. Эйәһеҙ бина хәҙер ҡаланың экологик торошона хәүеф тыуҙырыуы ихтимал, ти өлөшсөләр.
Канализация селтәрҙәре боҙолған осраҡта, күршеләге күп ҡатлы йорт ҡалдыҡтары ла ошондаағып төшә, ти халыҡ. Күңелһеҙ хәлгә ҡалған кешеләр кемгә мөрәжәғәт итергә лә белмәй. Батҡаҡты һурҙырып алыу эштәре лә мәсьәләне ваҡытлыса ғына хәл итә.
Кемдәрҙер 6, бәғзеләр 9 йыл дауамында торлаҡлы булыу хыялы менән йәшәй. Фатир төҙөлөшөнә аҡса һалып алданыусылар ипотеканан тыш ҡуртымға алып йәшәгән квадрат метрҙар өсөн түләй. Өҫтәүенә, ҡалдыҡтарҙа батып барған йортто күҙәтергә мөжбүр.
Әлфинә Килдейәрова.