Свердловск өлкәһенең Каменск-Уральский ҡалаһында башҡорт теленән дәрестәр ойошторола

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Башҡорт теле йылы» сиктәрендә туған телде үҫтереүгә йүнәлтелгән Хөкүмәт ҡарарҙарының һөҙөмтәләре республикала ғына түгел, башҡорттар күпләп йәшәгән сит төбәктәрҙә лә күренә башланы. Свердловск өлкәһенең Каменск-Уральский ҡалаһында милли мәҙәниәттәр Үҙәге Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Грантына лайыҡ булғайны. Әлеге мәлдә улар үҙҙәренең проектын тормошҡа ашырыу өҫтәндә эшләй.

Каменск-Уральский ҡалаһының Милли мәҙәниәттәр үҙәгенә башҡорт телен өйрәнергә теләгән төрлө йәштәге милләттәштәребеҙ аҙнаһына 3 тапҡыр йыйыла. Улар – туған телде өйрәнеүсе башланғыс төркөм. Уҡытыусылары – Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Бүре ауылынан.

Дәрестәр факультатив формаһында бара. Башта ковид фонында онлайн барҙы дәрестәр. Хәҙер ҙә онлайн режим дауам ителә. Ҡалала интернетта үҙебеҙҙең төркөм бар. Хәҙер офлайн дәрестәр ҙә үткәрәм.

Юлиә Рамаҙанова, Каменск-Уральский ҡалаһы, башҡорт теле уҡытыусыһы

Уҡыусылар 3 төркөмгә бүленгән. Онлайн дәрестәргә өлкәнең төрлө ҡалаларынан да ҡушылалар. Ошо проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты үтеп китһә лә, уның авторҙары – улар Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы һәм милли мәҙәниәттәр Үҙәге етәкселеге дәрестәрҙе туҡтатмайынса дауам итеү яҡлы.

2001 йылдан 2010 йылға тиклем Свердловск өлкәһенең  Шәкүр, Үрмәкәй, Өфө-Шигири мәктәптәрендә башҡорт теле туған тел булараҡ уҡытылған һәм өйрәнелгән. Хәҙер төбәктә башҡорт телен йәкшәмбе мәктәптәре һәм төрлө гранттар аша яҡланған проекттар буйынса өйрәнеү көн тәртибенә сыға.

Беҙ башҡорт телен даими уҡыныҡ. Рәсәйҙә как региональный компонентты бөтөрҙөләр, так беҙҙә башҡорт телен уҡытыу туҡтатылды. Хәҙер яңынан башлайбыҙ. Верхний Пышмала ла воскресный мәктәпте асһаҡ, бик яҡшы булар ине.

Нәфисә Төмәнцева, Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе

Каменск-Уральский ҡалаһынан тыш, Свердловск өлкәһендә башҡорт теле һәр кесе йома һайын Башҡортостан Мәғәриф һәм фән министрлығы ойошторған онлайн дәрестәр буйынса ла өйрәнелә. Унда инде туған телде өйрәнеүселәр һаны тиҫтәләп кенә түгел, йөҙәрләп һанала һәм уларҙың географияһы ла киңәйә. Ырымбур, Ҡурған, Силәбе һәм, хатта океан аръяғы илдәренән дә башҡорт теле дәрестәренә ҡушылалар. Тимәк, һығымта бер: туған телде өйрәнеүгә сиктәр юҡ. 

Рәшиҙә Ишембәтова.