Билдәле башҡорт бәһлеүәне Эльбрус Ниғмәтуллин йәнә илдең иң көслө кешеһе тип танылды. «Өфө» Халыҡ-ара аэропортында ул 36 тонналыҡ самолетты 45 секунд эсендә һөйрәтте.
Ябай спорт костюмы менән махсус аяҡ кейеме бигерәк тә ҡаяға үрмәләү өсөн уңайлы. Бөгөн уның тау-таш араһында түгел, бетон япмаһында самолет һөйрәтеүҙә кәрәге тейҙе.
Эльбрус Ниғмәтуллин 36 тонналыҡ һауа судноһын урынынан ҡуҙғатып ҡына ҡалманы, ә 25 метр арауыҡҡа тиклем һөйрәтеп барҙы. Рәсәй рекордын ҡуйыу өсөн башҡорт бәһлеүәненә 45 секунд самаһы ваҡыт талап ителде.
Яңы рекорд ҡуйыр өсөн Эльбрус Ниғмәтуллин аэропорт биләмәһендә үк шөғөлләнгән. Күнекмә ваҡытындағы самолет ауырлығы бөгөнгөһөнән еңелерәк тә булған. Шуға ҡарамаҫтан, илдең иң көслө кешеһе самолетты урынынан ҡуҙғатып, Рәсәй кимәлендә тағы бер рекордҡа нигеҙ һалды. Спортсы әйтеүенсә, быға тиклем уның һауа судноһы ауырлығына тиң тиҫтәләрсә тоннаны һөйрәткәне булмаған. Бөгөнгө уңышын ул күптән түгел арабыҙҙан киткән Өлфәт Мостафиндың иҫтәлегенә арнаны.
Азат Ғәлиуллин.