Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ошондай башланғыс менән сыҡты. Өфө янындағы "Моя семья" пансионатына бәйле ҡупҡан ғауға ҡанунды камиллаштырыуҙы тиҙләтте. Депутаттар фекеренсә, бындай ойошмаларҙың күбеһе әле йәшерен эшләй. Мотлаҡ лицензиялау был өлкәлә тәртип урынлаштырыуға булышлыҡ итә. Оло йәштәгеләрҙе хәстәрләргә тейеш ойошмаларға контролде лә көсәйә. “Ҡарттар йорттарында берҙәм талаптарға ярашлы тәртип булдырырға кәрәк”, - ти КПРФ-тың Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Юнир Ҡотлоғужин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика парламенты закон башланғысын Дәүләт Думаһына тапшырған.