Башҡортостан спортсылары Рәсәй беренселегендә ҡатнашты

Красноярск ҡалаһында ҡаяға үрмәләү буйынса  бәйге уҙҙы. Унда республиканан 19 спортсы көсөн һынаны. Спорт мастеры Алмаз Нагаев икенсе һөҙөмтә күрһәтеп көмөш миҙалға лайыҡ булды.  Башҡортостандан 6 ҡатнашыусы  ҡаяға үрмәләү буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составына инде.