Республика Башлығы Радий Хәбиров оператив штаб ултырышы уҙғарҙы. Ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, был ваҡытта ҙур мәктәптәрҙә 1-5-се класс уҡыусылары, шулай уҡ 11-се кластар ғәҙәти тәртиптә белем ала. 6-10-сы класс балалары иһә 22 ноябргә тиклем өйҙәрендә уҡый. Балалар һаны 75-тән артмаған бәләкәй мәктәптәр иһә ғәҙәти тәртиптә эшләй, уҡытыуға бәйле сикләүҙәр булмай. Уҡыусыларҙың көҙгө каникулы коронавирус арҡаһында оҙайтылды, ул был аҙнала тамамлана.