Табиптар Ковидҡа ҡаршы

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә дүртенсе онлайн стрим үтте.

Уның сиктәрендә тамашасыларҙың һорауҙарына Зубов  ауылындағы яңы инфекция клиникаһынан Глеб Глебов һәм Республика перинаталь үҙәгенән Динар Ғабдрахманов яуап бирҙе. Был табиптар пандемия ваҡытында ҡыҙыл зонала эшләй һәм короновирусҡа ҡаршы көрәштең бар үҙенсәлектәрен белә.

Белгестәр әйтеүенсә, кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар күп, улар сирҙең тәүге билдәләренән башлап дауалау алымдарына тиклем һораша. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе Интернет аша бындай трансляцияларҙы кесаҙна һайын киске сәғәт 5-тә ойоштора.

Төрлө каналдарҙан короновирус хаҡында күп һөйләйҙәр. Әммә үҙеңә кәрәкле мәғлүмәтте табиптар менән аралашыу мәлендә генә алырға мөмкин. Беҙ «Табиптар ковидҡа ҡаршы» онлайн осрашыуына ҡыҙыл зонала эшләгән тәжрибәле белгестәрҙе генә саҡырабыҙ, улар сир менән көрәштең бар нескәлектәрен белә.

Рөстәм Әхмәҙинуров,«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе

Рәмзиә Кәримова.