Шишмә районында һыу менән тәьминәт системаһында тәртип булдырыла башланы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Урындағы хакимиәт вәкилдәре шәхси секторҙарға рейд ойоштороп, ҡоҙоҡтарҙың билдәләнгән технологик нормативтарға тура килмәүен асыҡланы. Объекттарҙа люк яңыртыу, һыу дүңгәләктәре, таяу плиталары ҡуйыу талап ителә.

Белгестәр билдәләүенсә, ҡулланыусылар араһында шәхси милкенә битараф ҡараусылар бар. Шишмә һыу каналы хеҙмәткәрҙәре етешһеҙлектәр буйынса иҫкәртеүҙәр яһаны. Әгәр улар билдәләнгән ваҡытҡа бөтөрөлмәһә, хәүефле участкала һыу биреү туҡтатыла. Мониторингтың маҡсаты – проблема хаҡында иҫкәртеп, халыҡ хәүефһеҙлеген тәьмин итеү.

Гөлназ Хәйбуллина.