Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылында йәшәүселәрҙең ваҡ малына билдәһеҙ хайуан һөжүм итә. Һуңғы тәүлектә генә тиҫтәләп һарыҡ зыян күргән. Сәйер хәлгә бәйле, күптәр малын аҙбарҙан сығарырға хәүефләнә. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Күп балалы әсә Ләйсән Ғимаҙова ике баш ваҡ малынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Йәрәхәтләнгән хайуандың береһе ҡураға әйләнеп ҡайтһа, икенсеһе бөтөнләй ғәйеп булған. Ҡайҙа икәнлеге әлегәсә асыҡ ҡала.
Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылында билдәһеҙ хайуандан тиҫтәләрсә ваҡ малы зыян күрә. Урамда ғына түгел, аҙбар эсендә үк тамаҡлап киткән осраҡтар ҙа бар. Ауыл старостаһы әйтеүенсә, билдәһеҙ хайуан тигәндәренең һунар эттәре булыуы ла ихтимал. Бүреләрҙе урындағы халыҡ инҡар итә.
Ҡырағайлашҡан эттәр ауыл эргәһендәге урманға эйәләшкән. Урындағы ауыл хакимиәте осраҡ буйынса хәбәрҙар. Ләкин, атыу закон нигеҙендә тыйылған. Шуға ла эттәрҙе лицензияһы булған махсус ойошмалар ғына аулай ала.
Закон шулай ҡуша. Халыҡҡа эт, йә башҡа йыртҡыс хайуан аҙбар эсенә инеп малды тамаҡлағанда ниндәйҙер ҡорал ҡулланыу тыйыла, күрәһең. БСТ каналының ижади төркөмө әлеге хәл буйынса Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына мөрәжәғәт итте. Ләкин ведомство белгестәренән бер ниндәй ҙә яуап булманы.
Азат Ғәлиуллин.