Ҡырымдан еңеү менән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн «Өфө» аэропортында «Ҙур тәнәфес» Бөтә Рәсәй уҡыусылар конкурсында ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алдылар. Илдең төрлө төбәктәренән иң көслө уҡысыларҙы йыйған абруйлы сарала Башҡортостандан 17 бала үҙ көсөн һынап ҡараған.

Өфөлә уҡыусыларҙы Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре, ата-әсәләр ҡаршы алды. Уларҙың шатлығының сиге юҡ. Республика командаһы финал ярыштарында һынатмаған, ҡатнашыусыларҙың күбеһе 1 миллион һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булған. Бынан тыш, еңеүселәр Рәсәйҙең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарына инеү мөмкинлеге лә ала.

Урта синыфтар араһында еңеүселәргә 200 мең һум аҡсалата бүләк тапшырылған. Финалға үтеүселәр киләһе йылға «Артек» лагерына юллама ла ала. «Ҙур тәнәфес» конкурсы быйыл тәүге тапҡыр ойошторола. Конкурстың дистанцион этабында Башҡортостандан 15 мең тирәһе уҡыусы ҡатнашҡан, Түбәнге Новгородта үткән ярымфиналда 119 бала үҙ белемен һынаған. «Артек»та ойошторолған финал ярыштарына инде бар этаптарҙы ла уңышлы үтеүселәр саҡырылған.

Конкурста ҡатнашыусылар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре, осрашыуҙар уҙғарыла. Миллиондан ашыу мәктәп уҡыусыһын онлайн-режимда Рәсәй Президенты ла сәләмләй. Владимир Путин билдәләүенсә, 21-се быуатта лидер булырлыҡ кешегә үҙ-үҙен асыу өсөн яҡшы мөмкинлектәр булдырырға, уның талантын, тәбиғи һәләтен үҫтерергә, һәр кешегә үҙ юлын табырға ярҙам итергә кәрәк. Был йәһәттән «Ҙур тәнәфес» йәш быуындың һәләттәрен һәм оҫталыҡтарын асырға, ижади эштәр һайларға, проекттар һәм идеялар тураһында һөйләргә мөмкинлек биреүе менән әһәмиәтле, тине дәүләт башлығы.

Киләсәктә инде был конкурсты йыл һайын ойоштороу ҡарала. Сараның төп маҡсаты – өлкән синыф уҡыусыларының һәләттәрен үҫтереүгә шарттар булдырыу, уларҙы тирә-яҡ мөхитте яҡшыртыу эшмәкәрлегенә йәлеп итеү тора.

Рәмзиә Кәримова.