Баймаҡ районында 350 урынлыҡ яңы балалар поликлиникаһы төҙөлә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Уны киләһе йыл сафҡа индереү күҙаллана. Был турала Башҡортостан башлығы төбәккә эш сәфәре барышында белдерҙе. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин әҙерләгән репортажда.

Башҡортостан башлығының эш сәфәре Темәс ауылында башланды. Бында әле тәбиғи таш сығарыу һәм эшкәртеү яйға һалына. Районда рөхсәтһеҙ карьерҙар эшмәкәрлеге туҡтатылған. Әле барыһы ла законлы нигеҙҙә эшләй. Хәҙер төп бурыс, Башҡортостандың тәбиғи ташын республикала киңерәк ҡулланыуҙы тәьмин итеү.

Темәс ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөү кәрәклеге тураһында Радий Хәбиров ике йыл элек урындағы халыҡ менән осрашыу барышында вәғәҙә биргәйне. Әйткән һүҙ, атҡан уҡ. Объект киләһе йыл сафҡа инергә тейеш.

Баймаҡтың 5-се мәктәбе ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә йөҙ йыллыҡҡа йөҙ объект программаһы сиктәрендә былтыр сафҡа инде. 240 урынға иҫәпләнһә лә әле үк унда 282 бала белем ала. Бынан тыш, мәктәпкәсә төркөм эшләй.

Көрәш тренерҙары менән аралашҡанда Башҡортостан башлығы уҡыусыларҙы ярышҡа йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән микроавтобус бүленеүе тураһында ла белдерҙе. Башҡортостан башлығы Баймаҡта үҙләштерелгән һанлы мәғариф мөхитен дә юғары баһаланы. Электрон картала уҡыусы тураһында мәғлүмәттән тыш, дәрестәр теҙмәһе,көндәлек, туҡланыу һәм транспорт картаһы тупланған.

2013 йылда уҡ төҙөлө башлаған «Труд» стадионында эштәр туҡтап ҡалыу сәбәпле, вандалдар һөжүменә дусар ителде. Радий Хәбиров быға тиклемге сәфәрҙәренең береһендә стадионда эште тамамлау бурысы ҡуйғайны. Әле проект талап ителгән экспертизаны үтеп, төҙөкләндереү саралары ҡайтанан тергеҙелә. Ҡыйыҡ,ишек, тәҙрә яҡтарын алмаштырыу эштәре башҡарыла. Баймаҡ районы хакимиәтенең спорт секторы етәксеһе Вадим Ғәбитов әйтеүенсә, «Труд» стадионы йәштәрҙе тәрбиәләүҙәге мөһим объект.

Халыҡты сәләмәт тормошҡа әйҙәү менән бер рәттән һаулыҡ һаҡлау системаһының үҫешен тәьмин итеү ҙә мөһим бурыс. Бигерәк тә пандемия шарттарында.

Башҡортостан башлығы тантаналы шарттарҙа Урал аръяғы райондары дауаханаларына ашығыс ярҙам машиналары асҡыстарын тапшырҙы.

Урал аръяғы төбәктәрендә халыҡтың күпселек өлөшө ауыл ерендә йәшәй. Шуға ла ашығыс ярҙам машиналарында урындағы шарттар ҙа иҫәпкә алынған.Тулы приводлы автомобилдәрҙең юлһыҙ урындан үтеү һәләте  юғары.

Сибай ҡала дауаханаһы хеҙмәткәре Булат Ырыҫҡужин оҙаҡ йылдар ашығыс ярҙам водителе булып эшләй. Газелдәрҙә төп ҡоралыбыҙ көрәк була торғайны, яңы машиналарҙа эшләүе уңайлыраҡ буласаҡ ти ул.

Машиналар пандемия шарттарын иҫәпкә алып йыһазландырылған. Портатив кардиографтан тыш, бында ҡандағы кислород күләмен үлсәү ҡоролмаһы ла ҡуйылған

Башҡортостан башлығы яңы балалар поликлиникаһы төҙөлөш майҙансығында ла туҡталды.Объектты шулай уҡ киләһе йыл сафҡа индереү күҙаллана.Яңы поликлиникала тәүлегенә 350 кескәй пациентты ҡабул итеү мөмкинлеге буласаҡ.Башҡортостан башлығы урындағы хакимиәт бинаһында ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр менән эшлекле кәңәшмә үткәрҙе һәм Башҡортостан ихаталары программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән биләмәләрҙе ҡараны.

Рафиҡ Әхмәтшин.