Премьер-министр Михаил Мишустин Дәүләт Думаһына ҡарауға министр һәм премьер-министр урынбаҫары кандидатураларын индерҙе

Быға тиклем Владимир Путин транспорт, төҙөлөш, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрҙарын отставкаға ебәрҙе. Шулай уҡ бер вице премьер вазифаһын өҫтәне. Урал федераль округының тулы хоҡуҡлы вәкиле лә яңырҙы, был вазифаға яҡташыбыҙ Владимир Якушев тәғәйенләнде.