Урал аръяғында медицина халыҡҡа яҡыная

Your browser doesn't support HTML5 video.

Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары дауаханалары заманса ашығыс ярҙам машиналары менән йыһазландырылды. Автомобиль асҡыстарын Башҡортостан башлығы төбәккә эш сәфәре барышында тантаналы шарттарҙа тапшырҙы. Пандемия шарттарында ашығыс ярҙам машиналарына шунда уҡ юлға сыҡты.

Фельдшер Илнур Заһретдинов ашығыс ярҙам хеҙмәтендә 7 йыл эшләй. Яңы машиналарҙағы тәүге смена үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп тә өлгөрҙө. Ул бигерәк тә автомобилдәге мөмкинлектәрҙән ҡәнәғәт. Дефибрилятор, кардиографтан тыш, унда пульсоксиметр ҙа ҡуйылған. Был ҡоролма ҡандағы кислород кимәлен үлсәй. Пандемия шарттарында яңы ҡорамалдар ауырыуға ваҡытында тейешле ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә ти медицина хеҙмәткәре.

Урал аръяғы төбәктәрендә халыҡтың күпселек өлөшө ауыл ерендә йәшәй. Шуға ла ашығыс ярҙам машиналарында урындағы шарттар ҙа иҫәпкә алынған.Тулы приводлы автомобилдәрҙең юлһыҙ урындан үтеү һәләте юғары.

Ашығыс ярҙам кареталары «Соболь» машинаһы нигеҙендә эшләнгән. Уларҙың береһе менән Рөстәм Моталлапов идара итә.

Һуңғы ике йыл ярым эсендә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына 5 яңы ашығыс ярҙам машинаһы алынды. Медицина транспортын заман талаптары буйынса камиллаштырыу эш һөҙөмтәһендә лә сағылыш таба. Пандемияға бәйле бер бригадағы тәүлегенә 70 саҡырыу тура килгән осорҙа был әлбиттә, оло әһәмиәткә эйә.

Сибайҙар быйыл икенсегә ашығыс ярҙам машинаһы алды. 2019 йыл башынан дауахана автомобиль паркы 100 процентҡа тиклем яңырҙы. Әле учреждениела 13 машина. «Соболь» нигеҙендә эшләнгән, тулы приводлыһы тәжрибәле водитель Булат Ырыҫҡужин ҡарамағында. Ҡала ерендә булһа ла юлһыҙ ерҙән үтергә тура килә. Хәҙер иң алыҫ биҫтәләге ауырыу янына бер ҡыйынлыҡһыҙ барып етергә мөмкин ти ул.

Машиналар паркын яңыртыуҙан тыш, быйыл Сибай ашығыс медицина ярҙамы станцияһына ремонт үткәрелде. 1992 йылдан бирле төҙөкләндерелмәгән бина заман талаптары буйынса яңыртылды. Был халыҡҡа ярҙамға ашыҡҡан табиптар, водителдәр һәм диспетчерҙарҙың эш шарттары яҡшырҙы тигән һүҙ.

Рафиҡ Әхмәтшин.