Дүшәмбе – иң ауыр көн ти, участка терапевы. Сөнки ял көндәренән һуң саҡырыуҙар күп. Барып өлгөрөргә һәм тейешле ярҙамды күрһәтеп өлөрөргә кәрәк. Юғары температура, киҫкен респиратор билдәләре булған пациенттарға махсус бригада бара. Өфөнөң 32-се поликлиникаһы участка терапевы менән саҡырыуҙарға буйынса БСТ каналының ижади төркөмө лә йөрөнө.
Биҙәүестәр тағырға ярамай. Йәш белгес һалдаттарса тиҙ генә әҙерләнеп Черниковка биҫтәһендә йәшәүсе пациенттарына юллана. Тиҙ ярҙам машинаһында түгел, сит ил маркалы автомобилдә. Республика башлығы ҡарарына ярашлы әле ҡалалағы медицина учреждениеларында алтмыштан ашыу Хөкүмәт йорто машиналары файҙаланыла. Дүшәмбе иң ауыр көн, ти Гүзәл. Сөнки ял көндәренән һуң саҡырыуҙар күбәйә.
Тейешле адресҡа барып еткәс, өҫтәп тағы бер халат кейеп ала, уны пациентҡа барған һайын алыштырырға кәрәк. Бөгөн 65 кешегә барып өлгөрөргә кәрәк, кискә был һан 200 гә тиклем барып етә, ти йәш белгес.
Гүзәл Әбүбәкерова был эштә бер йыл ғына. Хеҙмәт юлын пандемия шарттарында башлау уға яуаплы ла, ауыр ҙа һөнәр һайлағанын аңларға ярҙам иткән.
Пациенттарҙың рәхмәт һүҙҙәре икенсе көн таңдан торап тағы ауырыуҙар янына барырға этәргес көс булһа, татыу коллектив һәм эш хаҡына өҫтәмә түләү дәрт өҫтәй
Юғары температураһы, киҫкен респиратор билдәләре булған пациенттарҙың өйҙәренә барыу өсөн поликлиникала өс эпидем төркөм ойошторолған.
Ғәҙәттә, участка терапевы менән шәфҡәт туташы ла сыға. Улар урында уҡ ковид 19 вирусына анализ ала. Эш сәғәте ҡабул ителгән һуңғы шылтыратусының өйөнә барғас ҡына тамамлана. Көн һайын.
Рәмилә Исмәғилева.