Мәктәптәрҙә туҡланыу кимәлен аноним баһаларға мөмкин

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөндән Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы уҡыусыларҙың ата-әсәләре араһында мәктәптә туҡланыу сифаты буйынса аноним һорау алыу иғлан итте. Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү 30 ноябргә тиклем дауам итә.

Йәмәғәт палатаһы ағзалары белдереүенсә, Башҡортостан мәктәптәрҙә башланғыс синыфтарҙы бушлай ашатыу тәҡдимен хуплаусы тәүге төбәктәрҙең береһе, әммә был осраҡта сифат мәсьәләһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Һорау алыуҙың маҡсаты ла ата-әсәләрҙең балаларҙы туҡландырыу сифаты менән ҡәнәғәт булыу-булмауҙарын асыҡлау. Һорау алыу йомғаҡтары Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына, шулай уҡ Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ҡарамағына тапшырыла.