Юлаевсы Родион Әмиров Рәсәй йыйылма командаһында милли рекорд ҡуйҙы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Яҡташыбыҙ Финляндияла үткән Карьял кубогындағы өс матчта ла уңышлы сығыш яһаны. Финляндия, Швеция һәм Чехия командалары менән уйындарҙың барыһында ла Родион Әмиров Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбен асыуға иреште.

Чехия менән һуңғы матчта Родион Әмиров команданы уйын һуңында алға сығара алды. Йәш форвард Милли йыйылма команда составында тәүгә сығыш яһаны. Еврохоккейтурҙың 1-се этабында Родион Әмировтан тыш Өфө хоккейының тағы ла өс тәрбиәләнеүсеһе: Шакир Мөхәмәҙуллин, Данил Алалыкин һәм Данил Башкиров ҡатнашты.