Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙеләр. Ут сығыу осраҡтарының күбеһе шәхси йорттарҙа теркәлә. Көндәр һыуытыу менән кешеләр мейес яға, электр приборҙарын йышыраҡ ҡуллана. Бәлә-ҡазаны иҫкәртеү өсөн белгестәр янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ҡуйырға кәңәш итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, ул айырым төркөмгән ҡараған граждандарға бушлай бирелә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯнғын иҫкәртеү ҡоролмаһына бәйле һорауҙар буйынса 272-00-24 телефоны буйынса шылтыратырға була. Өфөнөң коды: 347. Приборҙар электр тауарҙары магазинында һатыла. Уртаса хаҡы 300 һум тирәһе.