Өфө халҡының 37 проценты гриппҡа ҡаршы прививка яһатҡан

Был турала бөгөн баш ҡала хаҡимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерелде. Башҡортостан буйынса Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина әйтеүенсә, әле Өфөлә грипп менән сирләүселәр юҡ. Ошо көндәрҙә республикаға “Совигрипп” вакцинаһының тағы 10 мең данаһы килтерелде. Ул  медицина ойошмаларына таратыла.