Объект 1 декабргә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Клиник-диагностикалау инфекция үҙәге төҙөлөшөнә 400-ҙән ашыу кеше, 60 берәмектән артыҡ техника йәлеп ителгән. Эштәр тәүлек әйләнәһенә алып барыла, уҙған төндә генә объектта 106 эшсе һәм 14 берәмек техника эшләгән. ПСК компанияһы директоры урынбаҫары Олег Бабенков әйтеүенсә, буласаҡ госпиталдә бетон эштәре 100 процентҡа тамаланған, ағас ултыртыу һәм дауахана биләмәһен төҙөкләндереү ҙә теүәлләнергә тора.
Башҡортостан Башлығы төбәккә эш сәфәре барышында әйтеүенсә, төҙөлөш тамамланыу менән Стәрлетамаҡ заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған юғар класлы күп функциялы дауаханаға эйә буласаҡ. Яңы үҙәктә хирургия, акушерлыҡ-гинекология , ҡабул итеү-диагностикалау бүлектәре, баклаборатория һәм дарыухана эшләйәсәк. Табиптарға заманса уңайлыҡтар булған 40 урынлыҡ ятаҡ та ҡаралған. Ковид-госпиталь төҙөлөшөнә республика бюджетын 2 миллиард 195 миллион һум аҡса бүленгән.
Гөлдәриә Йосопова.