Коронавируслы пациенттарға реабилитация

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы нигеҙендә асылған ковид госпиталдә ауырыу үткәреүселәргә  дауалау физкультураһы алымдары ҡулланыла. Тын юлдарын асыу өсөн ябай күнекмәләр ярҙамға килә. Табиптар ҡыҙыл зоналағы палаталарҙа уҡ реабилитация алымдарын ҡуллана.

Ауырыуға хәл ингәс алға-артҡа, уңға-һулға  эйелеү, тын алышын көйләү кеүек хәрәкәттәр яһала. Пациенттар өйҙәренә ҡайтҡас та табип күҙәтеүендә ҡала. Замана ҡаһанышы-телемедицина ярҙамында дауалау физкультураһы белгестәре онлайн дәрестәр алып бара.

Рафиҡ Әхмәтшин.