Стәрлетамаҡтағы 24-се мәктәптә аутизм менән сирләгән балалар белем ала башланы. Улар өсөн ресурс синыф булдырылған. Әлегә дәрестәргә алты үҫмер йөрөй, һәр ҡайһыһына тьютор, йәғни инструктор-педагог беркетелгән. Ата-әсәләр көсө менән тормошҡа ашырылған проект хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Ун өс йәшлек Искәндәрҙең төҫтәрҙе айыра башлауы, яҙырға өйрәнеүе – үҙе бер еңеү. Башта үҫмерҙе парта артына ла ултыртып булмаһа, хәҙер ул педагог-тәрбиәсе әҙерләгән һәр бер күнекмәне үтәй. Миләүшә Батыршина билдәләүенсә, аутизмдан яфаланған малай күҙгә күренеп асыла, үҙен тыныс тота башлаған. Был өй шарттарынан мәктәпкә күсеп белем алыуҙың – тәүге ҡаҙанышы.
Искәндәрҙән тыш, кабинетта тағы ла биш бала уҡый. Уларҙың һәр ҡайһыһы менән айырым белгес шөғөлләнә, логопед, психологтар эшләй. Быйыл йәй Стәрлетамаҡтың 24-cе мәктәбендә ресурс синыф асыу башланғысы менән аутизм диагнозы ҡуйылған балаларҙың ата-әсәләре сыҡҡайны. Белем усағы етәкселеге тәҡдимде хуплап, өҫтәмә хеҙмәт урындары булдыра. Проект ил президенты грантына тормошҡа ашырыла, ярты миллион һумға кабинетҡа мебель, компьютер, уҡыу әсбаптары һатып алынған.
Ресурс синыф уҡыусылары мәктәптә дүрт сәғәт ваҡытын уҙғара. Бында уларҙың сәләмәтлегенә иғтибар юғары, көн һайын физкультура-һауыҡтырыу кабинетында шөғөлләнәләр. Шулай уҡ мәктәптә айырым меню буйынса туҡланыу ҙа ойошторолған.
Проекттың асылы – ауырыу балаларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу. Бындай махсус синыфтарҙы башҡа мәғариф учреждениелары, шул иҫәптән балалар баҡсаларында ла булдырыу, инклюзив белем биреүҙе үҫтереү планлаштырыла.
Ресурс синыфта белем алыусылар тиҙҙән сәләмәт балалар менән бергә уҡый башлаясаҡ. Ошо маҡсатта әле ике яҡлы адаптация бара. Мәктәп буйынса изгелек дәрестәре уҙғарыла. Унда уҡытыусылар мөмкинлектәре сикләнгән балалар хаҡында һөйләй. Проекттың маҡсаты ла бит тап белем усағында булған сик, кәртәләрҙе бөтөрөү.
Гөлназ Хәйбуллина.