«Алға» мини футбол клубы Түбәнге Новгородтың «Норман» клубын ҡабул итте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ҡунаҡ команда Суперлигала сығыш яһаусы «Торпедо»ның фарм-клубы. Төп интригаларҙың береһе Өфөгә Дмитрий Большаковтың килеүенә бәйле. Әле күптән түгел генә ул «Алға» командаһы штабында эшләй ине, хәҙер «Нормандың» өлкән тренеры.

  

Әлбиттә, мин «Алға»ға бик рәхмәтлемен. Бында минең ете бик шәп йылым үтте. Мин һәм минең ғаиләм. Шуға ал уйнауы ауыр.

Дмитрий Большаков, «Норман» мини-футбол командаһының өлкән тренеры

Алдағы матчта Дмитрий Большаков ҡыҙыл карточка алып, тәрбиәләнеүселәренә эскәмйәлә ултырып етәкселек итә алманы. Уйындың тәүге яртыһынан һуң өфөләр 3:2 иҫәбе менән алға сыҡты. Әммә артабан яҡташтарыбыҙға уңыш йылмайманы. Һөҙөмтәлә Түбәнге Новгород командаһы 8:5 иҫәбе менән еңде.

Еңелгебеҙ килмәне. Автобуста 13 сәғәтлек оҙон юл үттек. Икенсе таймға еңеүгә ышаныс менән сыҡтыҡ һәм осрашыу һөҙөмтәһен үҙебеҙҙең файҙаға үҙгәртә алдыҡ.

Дмитрий Голубев, «Норман» мини-футбол клубы уйынсыһы

Гөлдәриә Йосопова.