Суперлигала беренсе дивизионда чемпионат барышында “Уфимец” командаһы Ярославлдән “Буревестник” менән осрашты. Уйын Өфө баскетболсылары файҙаһына 73-63 иҫәбенә тамамланды. Турнир теҙмәһендә “Уфимец” өсөнсө урынға күтәрелде. 15 ноябрҙә Өфө егеттәре Мәскәү өлкәһендә “Химки” менән осраша.