Уны Шереметьево аэропортында, самолет бортында ҡулға алғандар. 24 йәшлек ир пилоттар кабинаһына үтеп инергә маташҡан, террор ғәмәле менән янаған. Бортты шунда уҡ тикшергәндәр, хәүефле әйберҙәр табылмаған. Тәртип боҙоусыға ҡарата теракт тураһында ялғанлау осрағы буйынса енәйәт эше асылған.