Торлаҡ төҙөлөшөндә алданғандар проблемаһы 2024 йылға хәл ителергә тейеш

Республика Торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса индереүселәр хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль  фондтан 7 миллиард һумға яҡын аҡса ала. Был фонд менән артабан да эшләү өсөн Башҡортостан яғынан өҫтәп финанслауҙы 300 миллион һумға арттырырға кәрәк. Республика башлығы Радий Хәбиров премьер-министры Андрей Назаровҡа тейешле сумманы бүлергә ҡушты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанда әле 125 проблемалы йорт иҫәпләнә. Уларҙың төҙөлөшө өсөн 7 мең ярымдан ашыу кеше аҡса индергән.