Рим Шәрәфетдинов Ҡаҙағстанда үткән Халыҡ-ара анимация фильмдары фестивалендә еңеү яуланы

Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы режиссеры Рим Шәрәфетдинов Ҡаҙағстанда үткән Халыҡ-ара анимация фильмдары фестивалендә еңеү яуланы. Яҡташыбыҙҙың “Рәссам ҡағиҙәләре” исемле йәнһүрәте “Режиссер эше” номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Рим Шәрәфетдинов бихисап фильмдар авторы, кино тәңҡитселәре уны юғары баһалай.