«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе ирекмәндәр үҙәгенән ярты тонна шифалы аҙыҡ төбәк дауаханаларына оҙатылды. «Табиптарға хөрмәт менән» проекты сиктәрендә ойошторолған ярҙам акцияһы барышында 39 ковид-госпиталгә бүләктәр оҙатыу ҡаралған. Быға тиклем табиптарға аҙыҡ-түлек һәм шәхси гигиена әйберҙәре таратылғайны.
Рөстәм Әхмәҙинуров «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе
Табиптар өсөн аҙыҡ-түлек еткереү буйынса ҡыҙыу линия асыҡ. Шулай уҡ көндәлек кәрәк-яраҡтар, шәхси гигиена тауарҙары бүленде. Был ярҙам сауҙа ойошмалары менән берлектә алып барыла. 350 кибет табиптарға ярҙам итеүгә ҡушылды.
Флорида Ким.