Башҡортостан коронавирус антиматдәләре менән ҡан әҙерләү күләме буйынса – алдынғы төбәктәр исемлегендә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Май айынан әлеге көнгә тиклем 3 мең 200 пакет ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләнгән. Уларҙың мең 800-ҙө ҡулланылған. Табиптар билдәләүенсә, шифалы плазма күпселек осраҡта ауырыуҙарға вирустан ҡотолоу мөмкинлеге биргән. Коронавирустан һауығыусылар донорҙар сафына баҫа. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин да шәхси миҫалында ярҙамсыллыҡ өлгөһөн күрһәтте.

Александр Сидякин Республика ҡан тапшырыу станцияһына иртәнге сәғәттәрҙә килде. Ковидҡа ҡаршы плазма тапшырыусыларҙың барыһы кеүек үк тәүҙә, тән температураһын үлсәтте, ҡулдарын антисептик менән эшкәртте. Артабан экспресс-анализҡа ҡан тапшырҙы. Уның һөҙөмтәһе билдәле булғас ҡына плазма алынды. Хәүефле сирҙе Александр Сидякин бер ай элек үткәргән.

Сирҙең ояты юҡ. Коронавирус үткәреүселәрҙе теләге бер- ауырыусыларға ярҙам ҡулы һуҙыу.

Республика ҡан тапшырыу станцияһында ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләү быйыл май айында башланғаны. Ошо ваҡыт арауығында Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында был йүнәлеш буйынса Мәскәүҙән ҡала икенсе урынды биләй. Әлегә 3200 доза шифалы шыйыҡса әҙерләнгән. Уның бер өлөшө ҡулланылған. Йыш ҡына тап плазма ауырыуҙарҙың хәлен яҡшыртыуға мөмкинлек биргән.

Донор ҡаны, шундуҡ республика дауаханаларына оҙатылды. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин билдәләүенсә, ауырыуҙы үткәреүселәр, әле хәүефле сиргә ҡаршы көрәшкән замандаштарыбыҙға ысын мәғәнәһендә ярҙам итә ала. Изгелеклек бит бүлешкәндән арта ғына.

Рафиҡ Әхмәтшин.