Затон йылылыҡ электр үҙәге хеҙмәткәрҙәренең яртыһынан ашыуы грипҡа ҡаршы вакцина эшләткән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫәпкә алып, быйыл Башҡортостанда эшселәрҙе прививка яһатыуға мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү бурысы ҡуйылғайны. Быйыл ғына республикаға 1 миллион ярымдан ашыу доза грипп вакцинаһы килтерелгән. Улар  балаларға һәм өлкәндәргә, шулай уҡ стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә прививка эшләү өсөн республиканың медицина ойошмаларына бүлеп бирелгән. Теманың дауамы киләһе репортажда.

Кран машинисы булып эшләнгән Хәмит Ғәниев йыл һайын киҙеүгә ҡаршы прививка яһата. Һәр кем үҙенең сәләмәтлеген алдан уҡ ҡайғыртырға бурыслы, ти хеҙмәткәрҙәр. Был йәһәттән Затондағы йылылыҡ электр үҙәге етәкселеге грипҡа ҡаршы вакцина эшләтеүгә сығымдарҙы йәлләмәй. Быйыл да сирҙе иҫкәртеү өсөн барлыҡ энергетиктарға ла иң һөҙөмтәле алымдарҙың береһен ҡулланырға кәңәш ителгән.

Күп йыллыҡ тәжрибәләр күрһәтеүенсә, киҙеүҙән прививка яһатыу сирләү кимәлен уртаса бер ярым, дауаханаға ятыу ихтималлығын ике тапҡырға кәметә. Шулай уҡ ауыр эҙемтәләр барлыҡҡа килеүен һәм үлем осраҡтарын да иҫкәртә. Әммә алдағы йылдар менән айырмалы, быйыл вакциналарға бер аҙ дефицит күҙәтелә. Проблеманы хәл итеү маҡсатында ошо көндәрҙә республикаға грипҡа ҡаршы тағы ла 10 мең доза «Совигрипп» вакцинаһы алынған.

Аҡ халатлылар билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа кешеләрҙә аңлылыҡ арта. Предприятие етәкселәре лә сирҙе иҫкрәтеүсе саралар хеҙмәткәрҙәр сәләмәтлегенә, тимәк, компания иҡтисадына ыңғай йоғонто яһаясаҡ тип иҫәпләй.   

Илдар Байбулатов.