Алыҫ ауылдарға иғтибар

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостанда район биләмәләрендә йәшәгән пациенттарға ярҙам итеү өсөн күсмә стоматология модуле эше ойошторола. Республика стоматология поликлиникаһы табиптары сираттағы маршрут менән Балаҡатай районынында халыҡты ҡабул итә. Ике йыл эсендә республикала ауыл ерендә йәшәгән меңәрләгән пациентҡа бушлай ярҙам күрһәтелә. Артабан БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.

Республика стоматология поликлиникаһы хеҙмәткәрҙәре таң менән Өфөнән  алыҫ юлға әҙерләнә. Теш табиптары махсус ПАЗ автобусында төпкөл ауылдарҙағы пациенттарға ярҙам күрһәтергә ашыға. Күсмә стоматология модуленә кәрәкле дарыуҙарҙы, медицина инструменттарын төйәп аҡ халатлылар төркөмө республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарының береһенә юллана.

Биш сәғәттәй юлды үтеп белгестәр төркөмө Балаҡатай районының иң алыҫ ауылдарының береһе – Биләнгә килеп тә етә. Ауыл биләмәһендә баш ҡала медицина хеҙмәттәрен түҙемһеҙләнеп көтөп алалар. Кәрәкле ҡоролмалалар менән йыһазландырылған күсмә модулдә теш табиптары уларға сифатлы ярҙам күрһәтә.

Пациенттарҙы ҡабул иткәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә төплө иғтибар бүленә – инструменттарҙан тыш автобустың салоны ла тулыһынса эшкәртелә. Тештәрен ҡаратырға килгән һәр кешенең температураһы үлсәнә, ҡулдары антисептик менән эшкәртелә.

Билән ауылы участка дауаханаһында күрше ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә теркәлгән. Дөйөм алғанда бында ике меңгә яҡын пациентҡа ярҙам күрһәтелә. Шуға ла баш ҡаланан белгестәр килеүе район өсөн ҙур ярҙам. Сиратһыҙ, тыныс шарттарҙа, бушлай тештәрҙе дауаларға мөмкин.

Роберт Иштуҡов, Балаҡатай районы үҙәк дауаханаһы баш табибы

Башҡортостанда күсмә стоматология хеҙмәте ике йыл элек эшләй башлай. Ошо ваҡыт эсендә Өфө белгестәре алыҫ ауылдарҙа йәшәгән  меңәрләгән пациенттың тештәрен дауалай. Пандемия шарттарында ла улар ун районды урап сыға, 11-се маршрут тип теркәлгән Балаҡатай районы пациенттары ла медицина ярҙамы менән файҙаланыуға эйә була. Билән ауылында бындай хеҙмәт тәүге тапҡыр күрһәтелә.

Флорида Ким.